+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2024, 15:09

МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫ

17 декабрь Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһы Башҡорт теле көнөнә арналған бик шәп сара – квиз-уйын ойошторҙо. Уны Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Римма Ҡаһарманова йәнле һәм күңелле итеп алып барҙы, сара БР-ҙың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиеваның матур йырҙары сенән аралашып барҙы.

МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫМИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫ
МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫ

Квизда барлығы алты команда ҡатнашты. Улар:

- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары,

- "Ашҡаҙар "радиоһы,

- Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы,

- Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте,

- БР Милли музейы һәм

- БР Милли әҙәбиәт музейы

хеҙмәткәрҙәренән торған командалар.

Улар башҡорт теле, әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Өс турҙан торған квизда, йәмғеһе 93 балл йыйып, БР Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре 1-се урынға сыҡты.

2-се урында – БР Милли музейы,

3-сө урында –  М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты командалары.

Үҙҙәре студенттар, тамашасылар менән йыл әйләнәһенә тигәндәй төрлө саралар үткәреп тороуға ҡарамаҫтан, бындай ҡыҙыҡлы уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнашырға бик үк ваҡыттары ҡалмаған был  хеҙмәткәрҙәр өсөн ошондай күңел байрамы ойошторған Республика милли китапхана хеҙмәткәрҙәренә уйында ҙур теләк менән ҡатнашҡан Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре ихлас рәхмәт белдерә.

МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫ
МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫ
МИЛЛИ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙЫ БЕРЕНСЕЛЕКТЕ ЯУЛАНЫ
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас