Яңы схемала ҡараҡтар WhatsApp* аша шылтырата һәм Заманса цифрлы белем биреү мөхите порталында “Дәүләт хеҙмәттәре” аша теркәлергә, теркәлгән саҡта экранды күрһәтергә күндерә. Ҡорбан ризалашһа, кибер енәйәтселәр уның “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге аккаунтының логинын һәм паролен сәлдерә.
Ҡайһы берҙә уғрылар тупаҫ мөғәмәлә итә, ҡорбанына насар эҙемтәләр менән янай. Ҡайһы саҡта улар студенттарҙың ата-әсәһенә лә шылтырата.
Был мутлыҡ тураһында студент ағай-апайҙарығыҙға һөйләгеҙ! Сессия алдынан бындай шылтыратыу күптәргә сәйер күренмәй бит: нәҡ деканаттар студенттарға Заманса цифрлы белем биреү мөхите порталында теркәлергә ҡуша.
Нимә эшләргә?
- логин-паролдәрҙе бер кемгә лә бирмәҫкә;
- сит кешеләргә компьютерыңа йә башҡа ҡоролмаңа ситтән тороп инеү мөмкинлеген бирмәҫкә;
- деканат менән бәйләнешкә инеп, ысынлап та унан шылтыратҡандармы икәнен белешергә.
Был хаҡта “Объясняем.РФ” порталы иҫкәртә.
* Рәсәйҙә экстремистик тип танылған һәм тыйылған “Мета” компанияһы продукты.