Ике бейеү ҙә беренсе дәрәжә лауреатлыҡ яулаған. Йәнә “Милли традицияларҙы һаҡлаған һәм таратҡан өсөн” тигән махсус приз менән жюри ағзаһы Ирина Степанченконың аҡсалата гранты ла өфөләргә тапшырылған. Ансамбль етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ольга Андрееваны “Педагогик оҫталыҡ һәм аҡыл өсөн” тигән махсус диплом менән бүләкләгәндәр.
Фестивалдә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 18 коллектив ҡатнашҡан.
Ансамбль Мәскәү – Өфө тиҙ йөрөшлө фирма поезында сәйәхәт итеп ҡайтҡан.
Фотоларҙа: Суздәлдәге сығыштар; юлда фирма поезында.
Сығанаҡ: Башинформ һәм ансамблдең ВК сәхифәһе.