+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2024, 05:44

Уҡыусылар министрлыҡ эшендә ҡатнашасаҡ

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында Балалар советы булдырыу тураһында положение раҫланған. Совет нисек ойоштороласаҡ һәм нимә менән шөғөлләнәсәк?

Уҡыусылар министрлыҡ эшендә ҡатнашасаҡУҡыусылар министрлыҡ эшендә ҡатнашасаҡ
Уҡыусылар министрлыҡ эшендә ҡатнашасаҡ

Балалар советы Мәғариф министрлығына дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәу. Совет составында 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге 12 ағза буласаҡ. Ул мәғариф өлкәһендәге урындағы үҙидара органдары тәҡдиме буйынса конкурс нигеҙендә формалашасаҡ.

Совет ағзалары мәғариф системаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр эшләүҙә, шул иҫәптән белем биреү учреждениеларының инфраструктураһын үҫтереү, уҡытыу сифатын күтәреү, яңы алымдар һәм технологиялар индереү буйынса тәҡдимдәр эшләүҙә ҡатнаша аласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас