+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2024, 07:00

Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды

 Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Профессионалдар” Бөтә Рәсәй чемпионатлыҡ хәрәкәтенең һәм “Абилимпикс” чемпионатының еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты. Осрашыу Шишмә районында Максим Серафимов исемендәге  “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте. Сарала республиканан 80 талантлы бала ҡатнашты.

Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булдыҺөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды

Еңеүселәргә ҡотлауҙар

Быйыл “Профессионалдар” милли чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһы иң яҡшы бишәү иҫәбенә, ә “Абилимпикс”та тәүге унау иҫәбенә инде. Радий Хәбиров еңеүселәрҙе ҡотланы.

“Һәр йәш кеше, һаулығы буйынса сикләүҙәр булған хәлдә лә, һөнәр алырға тейеш. Бер нисә колледжда беҙҙә бындай балалар өсөн махсус программалар бар. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә урта һөнәри белем биреүҙең роле ныҡ артты. Мәҫәлән, республикала беҙгә машиналар эшләү, металл эшкәртеү өлкәһендәге белгестәр бик кәрәк. Күптән түгел Октябрьскийҙа нәҡ кадрҙар мәсьәләһенә арналған “Сәнәғәт сәғәтен” үткәрҙек. Унда предприятиелар директорҙары барыһы ла бер тауыштан эшселәргә, квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ тураһында һөйләне. Республикала һуңғы йылдарҙа урта һөнәри белем биреүгә ярҙамға иғтибарҙы көсәйттек, колледждарҙы һәм ятаҡтарҙы тәртипкә килтерә башланыҡ”, – тине республика Башлығы.

Өс йыл эсендә 29 колледжға капиталь ремонт үткәрелгән, медицина колледждарының 4 филиалы асылған. “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә өс йыл эсендә федераль һәм  республика бюджеттарынан 14 колледж тулыһынса ремонтланып, юғары технологик ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Киләһе йыл тағы ла 5 колледж шул рәүешле яңыртыласаҡ.

 Быйылғы “Профессионалдар” чемпионатының  финалы Санкт-Петербургта ноябрь айында үткән. Унда Башҡортостан йыйылма командаһы 7 алтын, 19 көмөш, 18 бронза (барлығы 44) миҙал алған.

“Абилимпикс” иһә – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һөнәри белем биреү һәм эшкә урынлаштырыу маҡсатында эш итеүсе хәрәкәт. Ул конкурстар юлы менән инвалидтарҙы эшкә дәртләндерә. Башҡортостанда Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы “Абилимпикс” хәрәкәтенең үҙәге һанала. Колледж 2018 һәм 2023 йылдарҙа илдә иң яҡшы тип табылды.

Инвалидтарҙың һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең“Абилимпикс”  һөнәри оҫталыҡ чемпионаты октябрҙә Мәскәүҙә үтте. Республиканан “уҡыусылар”, “студенттар”, “белгестәр” категорияларында 15 төп компетенцияла 24 кеше ҡатнашты. “Ашнаҡсылыҡ” компетенцияһында махсус хәрби операция ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры Камил Юлбарисов ярышты.  Чемпионат йомғаҡтары буйынса Башҡортостан 9 миҙал (2 алтын, 2 көмөш, 5 бронза) менән 9-сы урынды яуланы.

Башлыҡҡа һорауҙар

Осрашыуҙа уҡыусылар һәм студенттар Радий Хәбировҡа төрлө һорауҙар бирҙе. Шуларҙың береһе – киләсәктә ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур буласаҡ?

“Был йәһәттән хәлдәр йылдан-йыл үҙгәрә. Өр-яңы, шул иҫәптән цифрлы технологияларға бәйле белгеслектәр барлыҡҡа килә.  Шуға күрә, тәбиғи, йәштәргә цифрлаштырыуға ҡағылышлы һәр нәмәне өйрәнеү мөһим, — тине төбәк етәксеһе. — Һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә санкциялар баҫымы күп тапҡырҙарға артты. Ошоға бәйле нефть промыслаһы секторында, эшкәртеү һәм еңел сәнәғәт һәм, әлбиттә, машиналар эшләү өлкәһендәге һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур буласаҡ. Мәҫәлән, донъяның бер нисә илендә генә авиация двигателдәре, самолеттар, вертолеттар етештерелә ала. Башҡортостан был тармаҡта Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе”.

Эшкә урынлашыу, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә эшкә инеү нисек бара? Был һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров республикала төрлө яҡлы эш алып барылыуын, уның мөһим өлөшө – мәшғүллек хеҙмәте булыуын билдәләне. “Бөгөн йыш ҡына предприятиелар етәкселәре һөнәри уҡыу йорттарына үҙҙәре килә, вакансия йәрминкәләре үткәрә. Дөйөм алғанда эш урындары тураһында  тәҡдимдәр күп”, – тине ул.

Атап әйткәндә, республика Башлығы Башҡортостанда мәктәптәрҙең стоматология кабинеттарына медицина белгестәре кәрәклеген билдәләне. Колледждар базаһында “Стоматология эше” белгеслеге буйынса уҡыу программаларын ойоштороу ихтималлығы ҙур, республикала  был тема буйынса фекер алышыу бара.  Радий Хәбиров осрашыуҙа ҡатнашыусыларға төбәк колледждарында ла стоматология кабинеттары асыу проекты өҫтөндә уйланырға тәҡдим итте.

Сығанаҡ: Башинформ 1, 2.

Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Һөнәри ярыштар еңеүселәре менән осрашыу булды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас