Малай төбәк етәксеһе менән тура бәйләнешкә хат яҙып ебәргән ине. Унда Максим республика Башлығынан робот-трансформер бүләк итеүен һорағайны һәм уның кабинетын күрергә, Яңы йыл алдынан осрашырға теләүе хаҡында яҙғайны.
Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл мәҙәниәт йортонда художество түңәрәгенә йөрөй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы 2018 йылдың көҙөндә Салауат районына эш сәфәре барышында Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөргә ҡушҡайны. Объектты 2020 йылдың ғинуарында астылар.
Максимды Өфөгә Мөрсәлим ауылы урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Әлгизә Әлибаева оҙатып килде.
Радий Хәбиров малайға эш кабинетын күрһәтте, үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм Максимға үҙе теләгән уйынсыҡты, шулай уҡ һеңлеләре һәм ҡустылары өсөн Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.
Максим республика Башлығына үҙе төшөргән картинаны бүләк итте һәм байрам шиғырын уҡып ишеттерҙе. Малай шулай уҡ футболсы булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.
Үҫмерҙең уҡытыусыһы әйтеүенсә, Максимдың уҡыуына ғаиләһендә ҙур иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡарайҙар, уның ҡаҙаныштары менән ғорурланалар.
Башҡортостан Башлығы малайҙы «Салют» республика реабилитация-белем биреү комплексында реабилитация курсы үтергә саҡырҙы.
– Иҫ киткес осрашыу! Максимдың сәләмәтлеге менән проблемалар бар, әммә шул уҡ ваҡытта ул бик асыҡ һәм изге күңелле. Ошо хатты яҙыу үҙенең идеяһы булыуы хаҡында һөйләне, – тине Радий Хәбиров осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ауыр сирле балалар бар, һәм уларға айырым иғтибар кәрәк. Тап ошондай балалар өсөн беҙ «Салют» реабилитация үҙәген булдырҙыҡ. Унда Максимды ла дауаларбыҙ. Ә киләһе йылда ул йәнә Өфөгә киләсәк. Иң мөһиме – барыһы ла иҫән-һау һәм сәләмәт булһын.
– Яңы йыл хыялым тормошҡа ашты. Миңә төбәк Башлығының кабинеты һәм уның менән аралашыу бик оҡшаны, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Максим. – Радий Фәрит улы мине бер йылдан һуң тағы ҡунаҡҡа саҡырҙы, һәм мин, мотлаҡ килермен, тип вәғәҙә бирҙем.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.