+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2024, 05:32

Ҡышҡы урманда – бүреләр

Былар менән урман юлында осрашырға яҙмаһын. “Башҡортостан” милли паркының телеграм-каналы урман ҡыҙырыусы бүре өйөрөнөң видеояҙмаһын ҡуйған һәм был йыртҡыстарҙың фиғел-ҡылыҡтарын да һүрәтләгән.

Ҡышҡы урманда – бүреләрҠышҡы урманда – бүреләр
Ҡышҡы урманда – бүреләр

Ҡыш бүреләр һунар итеүҙе еңелләштерер өсөн ҙур өйөргә туплана икән. Һәр береһенең – үҙ вазифаһы. Берәүҙәре хәүефһеҙлек өсөн яуаплы, икенселәре  ҡорбан күҙләй. Һалҡын көндәрҙә өйөр эре хайуандарға һунар итә. Беҙҙең яҡтарҙа ғәҙәттә ҡоралайҙар һәм мышылар бүреләрҙең ҡорбаны була. Йыҡҡас та ашап бөтмәгәнде ҡар аҫтына күмеп ҡуялар.

Ныҡтар, көслөләр, сыҙамдар... Тәбиғәт был йәнлектәрҙе иң ҡырыҫ шарттарға ла бирешмәҫлек итеп яралтҡан. Ҡорбандарын йәшен тиҙлегендә ҡыуып етеүгә тик тәрән көрт кенә ҡамасаулай, шуға улар һуҡмаҡтар буйлап йә ҡар шекәрәһе өҫтөндә йөрөргә тырыша.

Сығанаҡ: “Башҡортостан” милли паркы тг-каналы.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас