+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2024, 07:11

«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.

«Юлдаш Рlus» радиоһы  - күп алып барыусыларҙың һәм йәш йырсыларҙың ҡанат нығытҡан ҙур ижади майҙан. Ул 2014 йылдан алып эшләй. Көн дә тура эфирҙар алып барыуҙан тыш, радио коллективы йыл да һәр айҙың хит-парад еңеүселәрен бер сәхнәлә йыя. Һуңғы биш йылда концертта һәләтле йәштәргә төрлө йүнәлештәге номинациялар тапшырылды.

«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.
«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.

Быйыл радионың йомғаҡлау сараһы «Юлдаш Plus»  Милли йәштәр фестивале булараҡ үтте. Ул Республика Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо. Фестиваль Башҡортостандың иң ҙур музыкаль ваҡиғаларының береһе. Тамашала төрлө йүнәлештә ижад итеүсе йәш һәләттәргә номинациялар тапшырылды, радионың хит-парад еңеүселәре  сығыш яһаны. Тамашасы араһында Iphone 16 уйнатылды.  Проект туған телендә ижад итеүсе йәш һәләттәрҙе асыуға йүнәлтелде.

11 ноябрҙә  фестивалдең гала-концертында сығыш яһаусылар асыҡланды.  Быйыл бөтәһе 16 номинация: «Йыл йырсыһы», «Йыл йыры», «Йыл клибы», «Йыл асышы», «Йыл төркөмө», «Йыл дуэты», «Йыл тренды», «Йыл блогеры», «Йыл композиторы», «Йыл аранжировщигы», «Йыл шағиры», «Йыл каверы», «Йыл ремейкы», «Йыл инструменталисы», «Иң яҡшы йәштәр ойошмаһы».

18-ҙән 35 йәшкә тиклем ҡатнашыусы был номинацияларға дәғүә итте. Уларҙы 20 кешенән торған республиканың билдәле шәхестәре, халыҡ артистары баһалама төркөмө һайланы. Һәр йүнәлештә 3-5 ҡатнашыусы һайлап алынды. Эш барышы   «Юлдаш Plus»  радиоһының Бәйләнештә төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелде.

Һайлап алынған ҡатнашыусылар 15 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында  фестивалдең финалында сығыш яһаны.  Номинация еңеүселәре тамашасыларҙың Баш.ньюс сайтында тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланды. Номинация еңеүселәре: «Йыл йырсыһы»- BELOVME (Динара Ғәлләмова), «Йыл йырсыһы», «Йыл ремейкы», «Йыл тренды»,«Йыл йыры»-BABY TI, «Йыл асышы» – Азат Хоҙайғолов, «Йыл төркөмө» - Бишбармаҡ оркестры, «Йыл дуэты» - Ирдан һәм Илнар Ғәниев, «Йыл блогеры» - Физәлиә Валеева, «Йыл композиторы» - СКАНИ, «Йыл Сниппеты» - Ilgizmo,  «Йыл аранжировщигы» - Илнар Ғәниев, «Йыл шағиры» - Айгөл Ямилова, «Йыл каверы» - Ян Лира, «Йыл инструменталисы» - Юлай Ҡасимов, «Иң әүҙем йәштәр ойошмаһы» - Йәш яҡташтар берлеге. Ҡатнашыусылар артабан радионың тура эфирҙарына, концерттарға саҡырыла, йырҙары даими радиола яңғыраясаҡ.

   «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестивале яңы исемдәр асып,  йәш һәләттәргә ҙур баҫҡыс булыр тигән өмөттәбеҙ. 

 

Итоги национального молодежного фестиваля  «Юлдаш Plus».

Радио  «Юлдаш Plus» - это большая творческая площадка, где работают молодые ведущие, журналисты и молодые творцы. Радио работает с 2014 года. Помимо ежедневных прямых эфиров, коллектив радио ежегодно собирает на одной сцене победителей хит-парадов каждого месяца.  В этом году у молодежного радио небольшой юбилей – началу вещания 10 лет, поэтому итоговое мероприятие в этом году проходит как Юбилейный национальный молодежный фестиваль  «Юлдаш Plus». Он организован при поддержке гранта Главы Республики. Фестиваль является одним из крупнейших музыкальных событий Башкортостана. В программе вручили номинации молодым дарованиям, работающим в разных направлениях, выступили победители хит-парадов радио. Проект направлен на выявление молодых дарований, которые активно продвигают в своем творчестве родной башкирский язык.

11 ноября на пресс-конференции фестиваля стали известны имена выступающих.  Всего в конкурсе 16 номинаций.  Участники в возрасте от 18 до 35 лет были выдвинуты в номинациях: «Певец года», «Певица года», «Песня года», «Клип года», «Открытие года», «Группа года», «Дуэт года», «Тренд года», «Блогер гогда», «Композитор года», «Аранжировщик года», «Поэт года», «Кавер года», «Ремейк года», «Инструменталист года», «Лучшая молодежная организация». Их выбирало жюри конкурса-народные и заслуженные артисты, опытные аранжировщики, композиторы, поэты, общественные деятели, журналисты, в составе 20 человек. В каждом направлении было отобрано от 3 до 5 участников. Ход работы транслировался в прямом эфире радио  «Юлдаш Plus» в группе ВКонтакте радио «Юлдаш», на официальном сайте компании.

Отобранные участники выступили в финале фестиваля, который прошел 15 декабря в Конгресс-холле «Торатау».  Победители в номинациях  избраны в результате голосования на сайте Баш.Ньюс. Участники приглашаются в прямые эфиры радио, на концерты, их песни будут регулярно звучать на радио.

 Победители в номинациях: «Певица года» - BELOVME, «Певец года», «Песня года», «Ремейк года», «Тренд года» - BABY TI, «Сниппет года» - ILGIZMO, «Открытие года» - Азат Худайгулов, «Группа года» - Оркестр «Бишбармак», «Дуэт года» - Ирдан, Илнар Ганиев, «Блогер года» - Физалия Валеева, «Композитор года» - СКАНИ, «Аранжировщик года» - Илнар Ганиев, «Поэт года» - Айгуль Ямилова, «Кавер года» - Ян Лира, «Инструменталист года» - Юлай Касимов, «Лучшая молодежная организация года» - АМЗ РБ.

    Надеемся, что Национальный молодежный фестиваль «Юлдаш Plus» станет большой ступенью в развитии молодых дарований, открывая им новые медиа площадки.

«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.
«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.
«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.
«Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды.
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас