Өфө районы Подымалов ауылынан 3 йәшлек Венера Асфағанова ҡурсаҡ тураһында хыяллана. Октябрьскийҙан 7 йәшлек Миша Долматов – трансформер, Салауат районы Лаҡлы ауылынан 8 йәшлек Камил Хәйретдинов уйынсыҡ тимер юл һорай.
Стәрлетамаҡтан биш йәшлек Матвей Ғәлиуллиндың хыялы – машинист булып ҡарау.
10 йәшлек Әнүәр менән уның апаһы 16 йәшлек Айзилә Ишморатовтар Өфөлә йәшәй. Малай өҫтәл футболы һораған. Ҡыҙ сюрприз-бүләк алыу теләге белдергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың атаһы махсус хәрби операцияла һәләк булған.
“Минең менән бергә “Теләктәр ағасы”нда хөкүмәт ағзалары, муниципалитет башлыҡтары ла ҡатнаша. Был яҡшы тарих, беҙгә, ололарға, балаларға әкиәт бүләк итеү мөмкинлеге. Хыялдар, бигерәк тә балаларҙың хыялдары, тормошҡа ашырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башинформ.