Өфөләге “Шашка” берекмәһендә (педагог – Рәсәйҙең спорт мастеры, БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре А. П. Мельников) “Яңы йыл шыршыһы” тигән конкурс үткән. Унда Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия уҡыусылары – бөтәһе 200-ләп бала – шашка буйынса көс һынашҡан.
158-се лицей шашкасылары ярыша
Турнир еңеүселәре таҡталағы шыршыға үҙ уйынсығын элергә (төшөрөргә) хоҡуҡ алған. Ярыш һуңына инде шыршы тулыһынса биҙәлгән.
Сығанаҡ: Киров районы хакимиәтенең телеграм-каналы.