+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2024, 06:19

21-се лицейҙа викторина үткән

Өфөнөң 21-се лицейында башҡорт теле ун көнлөгө бара. 5-се синыфтарҙа уҡыусылар “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен белеүселәр” викторинаһында ярышҡан. Кем күберәк белә? Кем еңер? Ярышта ҡатнашыусылар бик тулҡынланған, ләкин берәү ҙә тәүәккәллеген, еңеүгә ынтылышын юғалтмаған.

21-се лицейҙа викторина үткән21-се лицейҙа викторина үткән
21-се лицейҙа викторина үткән

Параллель синыфтар һәр береһе үҙ командаһын төҙөгән. Ярыш бик фәһемле лә, күңелле лә үткән. Балалар белемле булыуын күрһәткән. Һорауҙарға яуап биреп кенә ҡалмағандар, башҡортса йырҙар ҙа йырлағандар.  Сара балаларҙың башҡорт мәҙәниәтенә һәм теленә ҡыҙыҡһыныуы көслө икәнлеген раҫлаған.

Сығанаҡ: 21-се лицейҙың тг-каналы.

21-се лицейҙа викторина үткән
21-се лицейҙа викторина үткән
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас