Юлдың әҙерлеге тураһында видеоэлемтә аша ил Президенты Владимир Путинға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Президент юлды асыҡ тип иғлан итте. Радий Хәбиров республика халҡы исеменән Президентҡа һәм юлды төҙөүселәргә рәхмәт әйтте. Был юл Мәскәүгә автотранспортта барып етеү ваҡытын 1,5 тапҡырға ҡыҫҡарта, шулай уҡ республика иҡтисады өсөн дә бик әһәмиәтле.
Бөйөк Ватан һуғышы батыры Муса Гәрәев 23 йәшенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булыуға өлгәшкән. Һуғыштан һуңғы тормошон ул республикаға бағышланы.
Легендар Муса Гәрәев – Башҡортостанда ике тапҡыр Герой булыуға өлгәшкән берҙән-бер яугир. Иләкшиҙе – уның тыуған ауылы.
Сығанаҡ: Башинформ.