+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
23 Декабря 2024, 10:47

Иглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылды

Иглин ауылында “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Был иркен ҡоролмала мини-футбол, волейбол, баскетбол, көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп буласаҡ. Иглин балалары шатланғандыр әле. Күп балалар спорт секцияларына атлығып тора бит.

Иглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылдыИглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылды
Иглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылды

Спорт ҡоролмаһы “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проекты буйынса төҙөлгән. Был проектҡа республика 2022  йылда ҡушылды.

Сафҡа индерелгән объект өсөн ҡыуанысы менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлаша. “Һуңғы биш йылда ғына ла беҙ төбәккә “Спорт – тормош нормаһы” һәм “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)" федераль проекттары сиктәрендә 2,2 млрд һум йәлеп иттек”, – тип яҙа республика етәксеһе. Башҡортостанда 13 363 спорт объекты бар, ти ул, “был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урында. Һәм беҙ төҙөлөштө дауам итәбеҙ”.

Сығанаҡ: Радий Хәбировтың ВК сәхифәһе.

Иглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылды
Иглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылды
Иглинда яңы спорт ҡоролмаһы асылды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас