Беҙ Әбйәлил районының Ишҡол урта мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары. Класыбыҙҙа бөтәһе 13 уҡыусы: 4 ҡыҙ һәм 9 малай . 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына бөтәбеҙ ҙә яратҡан "Аманат " журналына яҙылып та ҡуйҙыҡ.2023 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып," Маҡтау ҡағыҙы" алыу һәм журнал битендә үҙебеҙҙең фотоно күреү бик ҡыуандырғайны. Класс етәксебеҙ Йәмилхина Гүзәл Байрам ҡыҙы быйыл да ошо акцияға ҡушылырға саҡырҙы һәм беҙҙең менән бергә яҙылды.Журнал беҙгә бик оҡшай, һәр һанын көтөп алабыҙ. Класс сәғәттәрендә уҡылғандар буйынса фекер алышабыҙ. ( Бөтәһе 13 квитанция булыуға аптырамағыҙ инде.Ике уҡыусы бер өйҙә йәшәй)
Журналда эшләүсе ағай- апайҙарға ижади уңыштар теләп,етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!