+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2024, 10:31

“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк

“Шүлгәнташ” музей комплексында, “Урал  батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейына бағышлап, тематик кабинет асырға йыйыналар.  Эпосты 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсән Арғынбаевтан һәм Хәмит сәсәндән яҙып алған. Йәғни киләһе йылда был ваҡиғаға 115 йыл тула.

“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк
“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк

Тематик класты музей белгестәре йыһазландыра. “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының өлкән ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Әбүбәкирова һөйләүенсә, кабинет эпостың йөкмәткеһен асасаҡ һәм геройҙар араһындағы бәйләнеште күрһәтәсәк. “Урал батыр”ҙы башҡа халыҡтар мифологияһы менән сағыштырған схема ла эленәсәк.

2016 йылда асылған музей-ҡурсаулыҡ Шүлгән мәмерйәһен һаҡлау, өйрәнеү, уны популярлаштырыу менән мәшғүл. Шуның менән бергә ул башҡорт халҡының рухи мираҫын киң таратыу өҫтөндә лә эшләй.  

Мәмерйә һәм уның тирә-яғы “Урал батыр” эпосында, риүәйәттәрҙә, ҡобайырҙарҙа сағылған рухи ҡиммәттәребеҙгә бәйләнгән. “Урал батыр төбәге” тигән атама алған 62 мең кв. метрлы биләмәлә Шүлгән мәмерйәһе менән бергә 17 археологик ҡомартҡы урынлашҡан, ауыҙ-тел ижадына ингән Йылҡысыҡҡан, Ығышма күлдәре, Шүлгән йылғаһы, Зәңгәр күл шулай уҡ  ошо төбәктә. Йылҡысыҡҡан буйында эпосыбыҙҙың төп персонаждарының береһе булған ҡанатлы ат Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡалҡып сыҡты.

“Шүлгәнташ” музейы бинаһының тышҡы йөҙө лә эпос йөкмәткеһенә эйәреп биҙәлгән. Изгелек менән яуызлыҡ, Урал менән Шүлгән көрәше аҡ һәм ҡара төҫтәрҙә сағылдырылған. Бинаның аҡ һәм ҡара өлөштәре араһында кеше ғүмеренең ыуалыусанлығын кәүҙәләндергәндәй быяла арауыҡ ята.   

Музейҙа “Урал батыр” эпосының Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан 1941 йылда латин яҙмаһында машинкала баҫтырылған данаһы һаҡлана. Уның  “Батырҙар китабы” ла ҡуйылған. Заманында, Буранғолов репрессияланғас, был китаптың тиражы юҡ ителә.

Буласаҡ кабинет тураһында һөйләшеү юбилей сараларына арналған түңәрәк ҡорҙа барҙы. Ул республика Милли музейында үтте.

Сығанаҡ: Башинформ.

“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк
“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк
“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк
“Урал батыр” эпосының яҙып алыныу юбилейы билдәләнәсәк
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас