+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2024, 06:01

Талбазы гимназияһына – 25 йыл

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан гимназияның 5-се синыф уҡыусылары уҡыу йорто тураһындағы хис-тойғоларын шиғри һәм сәсмә юлдар менән хикәйәләгән.

Талбазы гимназияһына – 25 йылТалбазы гимназияһына – 25 йыл
Талбазы гимназияһына – 25 йыл

Матур урман эргәһендә
Урынлашҡан гимназиям.
Бик алыҫтан нурлы булып
Балҡып тора белем оям!
Иртә һайын ҡаршы ала
Мине яҡты гимназиям.
Рәшит Назаров исемен

Йөрөтә минең гимназиям.

Ҡотлоюлов Искәндәр.

 

***
Көн дә беҙҙең гимназия
Бал ҡортондай гөрләп тора.
Гимназиям – белем шишмәһе,
Быны һәр кем белеп тора.

Ғибаҙуллин Зариф.

***
Талбазы гимназияһында
Бишенсе кластамын.
Тап төшөрмәм Назаровҡа,
Унан өлгө аламын.
Уҡытыусы аңыбыҙға
Белем орлоҡтары сәсә.
Назаровсы булығыҙ тип,
Беҙгә төплө тәрбиә бирә.

Назарова Айзилә.

***
Минең гимназиям матур,
Ул ерҙә берәү генә.
Унда мин белем алам,
Уйнайым һәм дә көләм.
Гимназиям – белем усағы,
Һин ғүмерҙең гүзәл сағы.

Вәлитова Наҙгөл.

***
Мин уҡыған Талбазы башҡорт гимназияһы Рәшит Назаров исемен йөрөтә. Ул 1999 йылда асылған. Асылған сағында гимназияла башланғыс синыфтар ғына булған. 2000–2001 йылдарҙа – ете йыллыҡ, киләһе йылына туғыҙ йыллыҡ була. 2003 йылда 11-се синыф асыла.
2008 йылда гимназия бинаһы реконструкциялана, спорт залы, интернат төҙөлә. Быйыл гимназияға 25 йыл тулды.
Гимназиямды мин бик яратам. Унда беҙҙе белемле, алсаҡ уҡытыусылар уҡыта. Гимназиямды юбилейы менән ҡотлайым. Сәскә ат, гимназиям!

Яҡупова Алина.

***
Гимназиябыҙҙа беҙ, балалар, уҡыйбыҙ һәм үҫәбеҙ. Беҙҙең өсөн ул уҡыу урыны ғына түгел, ә икенсе йортобоҙ ҙа. Бында дуҫтар табабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итергә өйрәнәбеҙ. Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ беҙгә төплө белем бирә.
Гимназияла уҡыуыма сикһеҙ бәхетлемен. Мәктәп йылдарын ашыҡтырмай, остаздарыбыҙҙың ҡәҙәрен белеп, яҡшы уҡырға яҙһын, сөнки бер нәмә лә  бер ҡасан да ҡабатланмай.

Сафина Сабина.

***
Мин Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында уҡыйым. Уға быйыл 25 йәш тулды. Гимназияла уҡырға яратам, сөнки унда иҫ киткес уҡытыусылар уҡыту, тәртип яҡшы, бик һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Бинабыҙ ҙур, матур, уңайлы.

Мин бик тырышам һәм яҡшы уҡыйым. Гимназияла ҡыҙыҡлы саралар үтеп тора, уларҙа ҡатнашыуыма бик шатмын. Мәктәпкә артабан да сәскә атыуын һәм унда тик тырыш уҡыусылар уҡыуын теләйем.

Юлмөхәмәтова Әминә.

***
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһына аяҡ баҫҡан тәүге көнөм ғүмерлеккә хәтерҙә ҡаласаҡ. Быйыл булды ул иҫтәлекле көн. 1 сентябрь байрамына ғаиләм менән килдем. Мин әҙерәк борсолдом, бер аҙ оялдым, сөнки яңы синыф, яңы синыфташтар, ят уҡытыусылар – барыһы ла башҡа ине.
Синыф бүлмәһенә инеүемде түҙемһеҙләнеп көттөм. Яҡты һәм иркен бүлмәне тиҙерәк күргем килде. Бына линейка бөттө, синыфтарға таралдыҡ. Беҙҙе уҡытыусым Зөлфир Наил улы ҡаршы алды. Уның синыф етәксеһе булыуына бик шатландым, сөнки ул изге күңелле, сабыр, аҡыллы. Мине синыфташтарым да йылы ҡабул итте. Улар мине гимназия менән таныштырҙы. Ошо гимназияла уҡыуыма бик шатмын.

Ғәлләмов Дамир.

Етәкселәре: Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Сатлыҡова.

Һүрәттә: гимназия  бинаһы; гимназия алдына быйыл ҡуйылған шағир Рәшит Назаров бюсы.

Фотолар: гимназияның ВК сәхифәһенән.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас