Яңы телеканал Рәсәй Президентының традицион рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау тураһындағы Указды үтәүгә ҙур әһәмиәт бирәсәк.
Канал кабелле һәм социаль селтәрҙәрҙә интернет варианттарында эшләйәсәк.
Был турала Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректор вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов хәбәр итә. Ул художество етәксеһе булған БР Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә нәфис-ағартыу телеканалы асыуға Мәҙәни инициативалар буйынса Президент фондының грантын отҡан.
Ә беҙгә яңы телеканалда балалар һәм үҫмерҙәр ижадына ла етерлек урын булыр тип ышанырға ҡала.
Сығанаҡ: Башинформ.