+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2024, 06:24

Мәктәптә предуниверсарий асылды

Өфөнөң Иван Рыбалко исемендәге 113-сө мәктәбендә “Мәктәп педагогика үҙәге” предуниверсарийы – “Аҡмулла академияһы” асылған. (Предуниверсарий – өлкән синыфтар өсөн вуз ҡарамағындағы махсус мәктәп). Проект педагогик профилле 7–11-се синыф уҡыусыларын һөнәргә әҙерләйәсәк.

Мәктәптә предуниверсарий асылдыМәктәптә предуниверсарий асылды
Мәктәптә предуниверсарий асылды

Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары үҙҙәре мәктәпкә килеп дәрестәр үткәрә. “Мин – вожатый”, “Һөнәри мөхит”, “Университет шәмбеләре” тигән йүнәлештәр тормошҡа ашырыла.

8–11-се синыф уҡыусылары Аҡмулла олимпиадаһында ҡатнаша һәм вузға ингәндә иҫәпкә алына торған өҫтәмә балдар йыя.

Сығанаҡ: Өфөнөң Мәғариф идаралығы телеграм-каналы.

Мәктәптә предуниверсарий асылды
Мәктәптә предуниверсарий асылды
Мәктәптә предуниверсарий асылды
Мәктәптә предуниверсарий асылды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас