Байрамға республикабыҙ район-ҡалаларынан 1100 бала йыйылды. Улар – уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс-олимпиада, конференция еңеүселәре, махсус хәрби операцияға ҡатнашҡандарҙың, унда һәләк булған яугирҙәрҙең, күп балалы ғаиләләрҙең балалары ла саҡырылды.
Быйыл байрам программаһы Өфөнөң юбилейына арналған «Һыуһарҙың Яңы йыл мажаралары» тип аталған программа һәр бер баланың күңеленә ятты. Бынан тыш, ҡунаҡтарға концерт залы фойеһында күңел асыу программаһы тәҡдим ителде. Уҡыусылар уйын-көлкө, әйлән-бәйлән, дәртле конкурстар, викториналар уйнап күңел асты. Байрамда ҡатнашыусы балаларҙы республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.