15-се автобусты Ҡыш бабай йөрөтөп китеп бара! Ә ысын Ҡарһылыу пассажирҙарға билет һата!
Пассажирҙарға билет ҡына түгел, тәмле кәнфиттәр ҙә эләкте!
Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: хәҙерге заманда мөғжизәләр үҙенән-үҙе генә килеп төшмәй. Туймазы мөғжизәһен “Башавтотранс”тың Туймазы АТП-һы бар иткән.
АТП етәксеһе Риф Фәйзуллин әйтеүенсә, акцияны бер көнгә планлаштырған булғандар. Әммә ул халыҡҡа бик ныҡ оҡшаған, шуға тағы ике көнгә
оҙайтҡандар! Туймазылар был көндө тылсымлы итеүселәргә рәхмәттәр уҡый.