"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll676d0fb448147017fa81799f
Самира Якупова. Ишембай ҡалаһынан.
Исемем аралашырға яратыусы тип тәржемә ителә. Миңә ун бер йәш. Ишембайҙың башҡорт гимназияһында уҡыйым. Һүрәт төшөрөргә яратам. Динде ихтирам итәм, 4-се синыфтан ураҙа тотам.
Русалина Дәүләткилдина. Белорет районының Тукан ауылынан.
Мин 4-се синыфта уҡыйым. Буш вакытымды Аманат журналын уҡып үткәрәм, әсәйемә ярҙам итәм. Төрлө конкурстарза ҡатнашып еңеү яулайым. Үҫкәс врач булырга хыялланам.
Аиша Иҫәнғолова. Ишембай ҡалаһынан.
Миңә ун бер йәш. Бишенсе синыфта уҡыйым. Журналистика түңәрәгенә яратып һәм ҡыҙыҡһынып йөрөйөм. Тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыйым. Һүрәт төшөрөргә яратам.
Залина Гарифуллина. Туймазы районының Серафим ауылынан.
Икенсе синыфта белем алам. Мәктәптә тырышып уҡыйым, өйҙә әсәйемә булышырға яратам. Әсәйем менән тәмле итеп ашарға бешерәбеҙ, өйҙө йыйыштырабыҙ, төрлө йырҙар йырлайбыҙ, әкиәттәр һөйләйбеҙ. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргө, бейергә яратам. Үҫкәс уҡытыусы булырға теләйем.
Розалина Аллаярова. Ишембай ҡалаһынан.
Ишембай ҡалаһында Ә. Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһында белем алам. Бишенсе синыфта уҡыйым. Гимназияла яңы асылған “Йәш журналистар” түңәрәгенә йөрөйөм һәм спорт менән дуҫмын, баскетбол командаһында шөғөлләнәм. Мин бишкә генә уҡыйым. Һүрәттәр төшөрөргә яратам. Гимназияла уҙғарылған төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашам.