+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2024, 05:49

Етем балаларға пособиелар тураһында

Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу әсбаптары һәм яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы һатып алыу өсөн пособие, шулай уҡ айлыҡ пособие күләме менән уларҙы түләү тәртибе раҫланды.

Етем балаларға пособиелар тураһындаЕтем балаларға пособиелар тураһында
Етем балаларға пособиелар тураһында

Пособиелар республика ҡаҙнаһынан түләнә.

Айлыҡ пособие 13 638,48 һум күләмендә билдәләнгән. Ул көндөҙгө бүлектә уҡыуҙы дауам иткән осраҡта уҡыусыға/студентҡа 23 йәше тулғансы түләнә.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 539-сы һанлы был Ҡарары 2024 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән, ул «О размере и порядке выплаты пособия на приобретение учебной литературы и письменных принадлежностей, а также ежемесячного пособия детям-сиротам и детям, оставшимся без попечения родителей, лицам из числа детей-сирот и детей, оставшихся без попечения родителей, с ограниченными возможностями здоровья (в том числе с различными формами умственной отсталости), обучающимся по очной форме обучения по программам переподготовки рабочих и служащих за счет средств бюджета Республики Башкортостан» тип атала.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас