Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу Өфөнөң 17-се дауаханаһында ятҡан балалар эргәһенә ...тәҙрә аша килеп инде! Ҡыш тылсымсылары Яңы йыл алдынан дауаханаға эләккән балаларға шундай сюрприз ойошторҙо.
Балалар әллә ни аптырап ҡалманы, уларҙы шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап ҡыуандырҙы, ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларға бүләктәр таратты. Ҡыш бабай бүләкһеҙ йөрөмәй ҙә инде.
Дауаханалағы шыршы эргәһенә сығырлығы булмағандарҙы палаталарға инеп ҡотланылар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ҡуяндар ярҙам итте.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың көтөлмәгән сығышын Өфө Граждандар һағы идаралығы ҡотҡарыусылары менән Бөтә Рәсәй ҡотҡарыусыларҙың студент корпусы ирекмәндәре ойошторған.
Яңы йыл менән, балалар! Байрам тылсымлы, күңелле, бәхетле үтһен.