+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2024, 07:13

Урмандан – түрҙәргә

Белорет районы урмандарынан бына ошондай һомғол шыршылар Яңы йылды ҡаршы алырға оҙатыла. Йәғни улар фатирҙарҙа, йорттарҙа, магазиндарҙа һәм башҡа урындарҙа байрам кәйефен сағылдырып торасаҡ.

Урмандан – түрҙәргәУрмандан – түрҙәргә
Урмандан – түрҙәргә

Урманды әрәм итеп, тип асыуланыусылар бар. Урман белгестәре белдереүенсә,  һәммәһе ныҡлы контролдә.

“Белгестәр ылыҫлы ағастарҙы экосистемаға зыян килтермәйенсә, ҡәтғи билдәләнгән майҙандарҙа әҙерләй. Улар – махсус питомниктар, таҙартылырға тейешле урман участкалары, шул иҫәптән квартал ыҙандары, минералланған һыҙаттар, янғынға ҡаршы өҙөмдәр, урман юлдары һәм башҡа юлдар”, – тигәндәр БР Ауыл хужалығы министрлығында.

Россельхознадзорҙың Башҡортостан идаралығы быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә Белореттан ебәрелгән 49 шыршы партияһын тикшереп үткәргән. Өлгөләре Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшерелгән, шунан сертификаттар тапшырылған. Шыршы баҙарҙарына йәмғеһе 27 мең дана йәшел һылыуҡай оҙатылған.

Республиканың  урмансылары быйыл 60 мең дана Яңы йыл ағасы – шыршы, пихта, ҡарағай – әҙерләй.

Сығанаҡ: Башинформ.

Урмандан – түрҙәргә
Урмандан – түрҙәргә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас