Рекордҡа өлгәшеү өсөн балалар 161 меңдән ашыу элемент – РУБРИК-тың Яңы йыл коллекцияһынан меңдән ашыу ҡар бөртөгө һәм йондоҙ ҡулланған. Был сара конструктор йыйыуҙа ҡулланылған деталдәр һаны буйынса ла, ҡатнашыусылар һаны буйынса ла иң күләмлеһе булды.
Сарала Станислав Кононенконан тыш, РУБРИК тигән Рәсәй брендын булдырған Айнар Абдрахманов, БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды бағыусылар советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм башҡа яуаплы шәхестәр ҡатнашты.
Сығанаҡ: Башинформ.