+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2024, 14:20

Хеҙмәттәшебеҙҙе, ҡәләмдәшебеҙҙе юғалттыҡ

Йыл тамамланып ҡына килгәндә хеҙмәттәшебеҙ, журналыбыҙҙың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Айрат улы Бикбулатов мәрхүм булды. Рәзил Бикбулатов 1975 йылдың 1 мартында Архангел районының Архангел ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитендә башлай. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәттәшебеҙҙе, ҡәләмдәшебеҙҙе юғалттыҡХеҙмәттәшебеҙҙе, ҡәләмдәшебеҙҙе юғалттыҡ
Хеҙмәттәшебеҙҙе, ҡәләмдәшебеҙҙе юғалттыҡ

Студент йылдарында уҡ “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хәбәрсе, алып барыусы, мөхәррир булып эшләне. 2004 – 2006 йылдарҙа – “Йәшлек” гәзитендә хәбәрсе, 2006–2008 йылдарҙа  – “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе агитация-пропаганда эше бүлегенең төп белгесе, 2008–2013 йылдарҙа – Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың мәғлүмәт технологиялары һәм йәмәғәт бәйләнеше буйынса директор урынбаҫары, 2014– 2015 йылдарҙа – “Берҙәм Рәсәй гәзите мөхәрририәте. Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең махсус проекттар етәксеһе, 2015 – 2017 йылдарҙа – “БашАгроРесурс” ЯСЙ-һы “Урожайная грядка” гәзите редакцияһы директоры, 2017–2019 йылдарҙа Рәсәй Баҡсасылары союзы Башҡортостан Республикаһы буйынса идараһы матбуғат секретары булып эшләй.

2019 йылда Рәзил Бикбулатов «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Рәзил Айрат улы эшен ихласлыҡ менән башҡарҙы, вазифаһына яуаплы һәм ижадкәр ҡараны.  Балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба һәм  уларҙа матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныу уята алған хеҙмәткәр, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡәләмдәшебеҙ булды ул.

Хеҙмәттәшебеҙҙең 50 йәшлек юбилейына ни бары ике айлап ҡына ваҡыт ҡалғайны.  Ҡыҙғаныс: ең һыҙғанып эшләр, донъя тәмен белеп йәшәр сағында китеп барҙы. Яратып үҫтергән улы атайһыҙ ҡалды.

Мәрхүм менән хушлашыу 28 декабрҙә 14-00 сәғәттә Өфөләге Матбуғат йортоноң фойеһында була.

“Аманат” журналы коллективы Рәзил Айрат улының ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото: Рәзил Бикбулатовтың шәхси архивынан.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас