Наградаларға 11-се синыфтан Алёна Анисимова, Алиса Верпето, Артур Имашев, Таһир Исхаҡов һәм 10-сынан Дамир Фәррәхов лайыҡ булды.
“Бына тигән йәштәр, был ярыштарҙа иҫ киткес һөҙөмтәләргә өлгәшкән бик шәп Иглин уҡыусылары. Күптән түгел, Иглинда яңы мәктәп асҡанда, уларҙың нимә һәм нисек эшләүҙәрен күрҙем. Тренерҙары – Алина Фидаил ҡыҙы Исхаҡова, физкультура уҡытыусыһы һәм был хәрәкәттең төп әйҙәүсеһе. Кисә мин уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙым, хеҙмәте өсөн рәхмәт”, – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.