+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
28 Декабря 2024, 06:37

Инәйгә тиҙҙән 105 йәш тула

Өфөлә 74-се мәктәптең 6-сы синыф уҡыусылары Калинин районында йәшәгән Мөсәйрә инәй Фәтихованың өйөнә барып, хәлдәрен белешкән, тыуып килгән Яңы йыл менән, буласаҡ тыуған көнө менән ҡотлаған.

Инәйгә тиҙҙән 105 йәш тулаИнәйгә тиҙҙән 105 йәш тула
Инәйгә тиҙҙән 105 йәш тула

Инәйгә 10 ғинуарҙа 105 тула. Мөсәйрә инәй – һуғыш ветераны, ул 1942 йылда Дүртөйлөнән 50 ҡыҙҙан торған төркөмдә фронтҡа ебәрелгән. Зенитсы һәм элемтәсе сифатында Сталинград яуында ҡатнашҡан, Берлинға тиклем барып еткән, өсөнсө дәрәжә Дан ордены, Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған. Тыныс тормошта Өфөлә йәшәй, мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан.

Һүрәттәрҙә: Мөсәйрә Ноғман ҡыҙын ҡотларға барыусылар төркөмө; 2024 йылдың ғинуарында Мөсәйрә инәйгә 104 йәш тулғанда Калинин районы хакимиәтенән ҡотларға килгәндәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Инәйгә тиҙҙән 105 йәш тула
Инәйгә тиҙҙән 105 йәш тула
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас