+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2024, 06:14

Яңылыҡтар шәлкеме. Түләүҙәр, стипендиялар

Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары белем программалары буйынса уҡыған студенттар һәм курсанттар өсөн Президент стипендияһы булдырған. Был стипендияны кемдәргә биреү мәсьәләһе йыл һайын хәл ителәсәк.  Ул 1 сентябрҙән башлап ай һайын бер йыл буйы түләнәсәк. Күләме 30 мең һум буласаҡ. Стипендияны  бер йылда 3400  кеше аласаҡ.

Яңылыҡтар шәлкеме. Түләүҙәр, стипендияларЯңылыҡтар шәлкеме. Түләүҙәр, стипендиялар
Яңылыҡтар шәлкеме. Түләүҙәр, стипендиялар

***

Президент Владимир Путин әсирлеккә эләккән йә хәбәрһеҙ юғалған (шул иҫәптән махсус хәрби операция барышында һәм Сүриә Ғәрәп Республикаһы  территорияһында махсус бурыстар үтәгәндә) хәрбиҙәрҙең балаларына йәшәү минимумы күләмендә социаль түләү булдырған. Ул башҡа түләмдәргә йоғонто яһамай, улары элеккесә дауам итә. Был пособие әсирлеккә эләгеү йә хәбәрһеҙ юғалыу датаһы, командир бойороғона ярашлы, 2024 йылдың 1 декабренән һуң  булғанда тәғәйенләнә.

***

Рәсәй Хөкүмәте вуздарҙың көндөҙгө бүлектәрендә уҡып йөрөгән һәм үҙ тармағында ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттарға 20 мең өҫтәмә түләү булдырған. Түләү бер йылға билдәләнә һәм ай һайын бирелә. Был стипендияға илдәге 5700 студент иҫәп тота ала.

***

Өфөләге вуз-ара студент кампусының икенсе сиратын төҙөүгә федераль бюджет 2025 йылда 11,5 млрд һум һалырға йыйына.

***

Башҡортостанда балалар приютының 432 тәрбиәләнеүсеһе беренсе тапҡыр кеҫә  аҡсаһы алған. Бынан ары 7–11 йәшлек балаларға ай һайын 700 һум,  11– 18 йәшлектәргә 1000 һум биреләсәк. Был балалар тулы дәүләт ҡарауында йәшәй. Әммә улар аҡса күрмәй. Әҙ булһа ла аҡса тоторға  өйрәнһендәр, үҙҙәре теләгән ваҡ-төйәкте ала алһындар өсөн республика Хөкүмәте ошондай сара тапҡан.

Башинформ яңылыҡтар таҫмаһынан.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас