+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2024, 17:41

Бәрхәт айыуҙар яуғанда

“Салауат Юлаев” хоккей клубы быйыл да Яңы йыл алды “мишкопадын” ойошторҙо. Хәйриә сараһынан йыйылған аҡса ғәҙәттә ауыр сирле балаларға ярҙамға ебәрелә. Быйылғы “мишкопад” аҡсаһы Борай районынан Лина Исхаҡованы дауалауға инселәнгән.

Бәрхәт айыуҙар яуғандаБәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда

Ҡыҙыҡай кесе мейеһендәге миофибробластик шештән яфалана. Уға «Розлитрек» (Энтректиниб) тигән препарат кәрәк.  Дарыуҙың бер ҡабы – ярты миллион һум самаһы.

Хәйриә акцияһы “Салауат Юлаев” командаһының Астана ҡалаһынан “Барыс” хоккейсылары менән матчы ваҡытында үтте. Матчҡа килеүселәр бәрхәт айыуҙар һатып алды, һуңынан уларҙы боҙға ырғытты. Шуға “бәрхәт айыу яуыуы” тип атала был акция. Әлбиттә,  уйынсыҡ айыу һатып алыусыларға бағыусылар ҙа мул ғына саҙаҡалары менән ҡушылған. Күмәк тырышлыҡ менән Лина өсөн 6 646 859 һум аҡса йыйылған.

Ә матч юлаевсыларҙың ҡоро иҫәпкә еңеүе менән тамамланды. “Барыс”ты улар 6:0 иҫәбенә еңде.

Сығанаҡ: Башинформ.

Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Бәрхәт айыуҙар яуғанда
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас