-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар , 00:23

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл ҡотлауы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотланы: “Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы, 2025 йылға тиклем һанаулы минуттар ҡалды. Уҙып барған йыл беҙҙең өсөн ябайҙан булманы. Республика тотош ил менән бергә махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүҙә ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл ҡотлауы
Башҡортостан Башлығының Яңы йыл ҡотлауы

Беҙ Рәсәй яугирҙары менән ғорурланабыҙ. Уларға хуплау һүҙҙәребеҙҙе оҙатабыҙ. Күп яҡташтарыбыҙ Ватан өсөн лайыҡлы алыша. Һәм хәҙер, ошо минутта, алға баралар. Уларҙың тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Геройҙарыбыҙ бөтә республика – оборона предприятиелары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, ирекмәндәр – улар менән икәнде белә. Беҙ барыбыҙ ҙа, иңгә-иң терәшеп, уртаҡ еңеүебеҙҙе яҡынайтабыҙ.

Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәрҙең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларбыҙ. Беҙҙең бурыс – геройҙарҙың ғаиләләре, әйләнеп ҡайтыусы ветерандар хаҡында етди хәстәрлек күреү.

Киләһе йылда тотош ил Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Беҙ ветерандарға, тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына тағы ла күберәк иғтибар бүләсәкбеҙ. Оло быуындың батырлыҡтарына ихтирам күрһәтербеҙ. Улар беҙҙең өсөн ысын өлгө булып тора.

Беҙ ҡатмарлы саҡырыуҙарға реаль эштәр менән яуап бирәбеҙ. Республиканың алға барыуы, унда йәшәүселәрҙең именлеге өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Рекордлы күләмдә торлаҡ, мәктәп һәм балалар баҡсалары, мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре, юлдар һәм күперҙәр төҙөйбөҙ. Предприятиелар асабыҙ, бизнесҡа ярҙам итәбеҙ. Фәнде, мәғарифты, медицинаны үҫтерәбеҙ. Ярҙамға мохтаждар хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ.

Быйыл яратҡан Өфөбөҙҙөң 450 йыллығын билдәләнек. Юбилейға сафҡа индерелгән тиҫтәләгән объекттар оҙаҡ йылдар республика халҡына хеҙмәт итәсәк.

Ҡәҙерле ватандаштар!

Был ҡатмарлы осор беҙҙе күпкә өйрәтте, төп ҡиммәттәр тураһында уйланырға мәжбүр итте. Аҡыллы, сыҙамлы булырға. Һынауҙар алдында тағы ла нығыраҡ берләшергә.

Беҙ көсөбөҙҙө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға һәм үҫешкә йүнәлттек. Яратҡан кешеләребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башланыҡ.

Хөрмәтле дуҫтар! Был минуттарҙа беҙ тулҡынланып куранттар һуҡҡанын көтәбеҙ, күңел түрендәге теләктәребеҙҙе барлайбыҙ, бәхет һәм тыныслыҡ тураһында хыялланабыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм муллыҡ, өйҙәрегеҙгә ҡот һәм йылылыҡ теләйем!

Бәхетле булығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл менән!” 

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.

 

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас