-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ғинуар , 13:55

Синыф менән – “Аманат”ҡа

Һаумыһығыҙ "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә хат яҙа Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбе Килдеғол филиалының 5-се синыф  уҡыусылары һәм синыф етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхаҡова Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙы.

Синыф менән – “Аманат”ҡа
Синыф менән – “Аманат”ҡа

Беҙ синыфта  2 ҡыҙ һәм 6 малай уҡыйбыҙ. Бик тырышбыҙ һәм тәртиплебеҙ, ҡайһы берҙә шаян да булып алабыҙ. Яҡшы уҡыйбыҙ. Әҙәбиәт дәресендә уҡытыусыбыҙ менән һеҙҙең журналды яратып уҡыныҡ та синыф менән яҙылырға булдыҡ. Әлеге ваҡытта шыршы байрамына әҙерләнәбеҙ. Шиғыр-әкиәттәр яҙҙыҡ, һүрәттәр эшләнек, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу эшләү конкурсында ла ҡатнаштыҡ, хатта синыф бүлмәбеҙҙе байрамса биҙәп тә ҡуйҙыҡ.Һеҙ ҙә байрамды матур ҡаршылағыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Оҫта ҡуллы мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәрен дә һалабыҙ, бигерәк матурҙар, хатта магазинда һатылған уйынсыҡтарҙан да ҡупшыраҡтар.

 

Синыф менән – “Аманат”ҡа
Синыф менән – “Аманат”ҡа
Синыф менән – “Аманат”ҡа
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: