-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ғинуар , 13:30

Тау шыуғанда һаҡ бул

Ҡарлы, боҙло тауҙарҙан шыуып төшөү – балаларҙың иң яратҡан ҡышҡы уйыны.  Әммә хәүефһеҙлек тураһында онотһаң, күңелле уйындың  травмпункт менән тамамланыуы ихтимал. Ата-әсәгә баланың хәүефһеҙлеге тураһында оноторға ярамай. Балаларға ла үҙ именлеген ҡайғыртып өйрәнеү ҡамасауламаҫ. Бына тау шыуыуға ҡағылған төп ҡағиҙәләр:

Тау шыуғанда һаҡ бул
Тау шыуғанда һаҡ бул

 Тау битенең тимер юлдан йәки машина юлынан алыҫ булыуын, шыуып төшөү юлында ағастар, ҡыуаҡлыҡтар йәки ниндәйҙер ҡоролма юҡлығын тикшерергә

 Өс йәшкә тиклемге баланы ҙурыраҡ балалар шыуған тауға йөрөтмәҫкә

 Хәүефһеҙлекте баланы алып килгән өлкән кеше баһалаһын, йәғни тәүҙә үҙе шыуып ҡараһын

 Өлкәндәр тау түбәнендәге балаларҙы күҙәтергә, йәһәт кенә торорға ярҙамлашырға тейеш. Тау үрендә лә, тау түбәнендә лә өлкәндәр ҡараштырып торһа, бигерәк яҡшы булыр  

 Тюбингта шыуғанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Уға ултырып ҡына һәм тик яңғыҙ шыуалар, өлкән кеше менән баланың бергә ултырып шыуыуы хәүефле.

 Өрөлмәле саналарҙы бер ҡасан да транспорт сараларына таҡмағыҙ!

 Балаларға шлем, шулай уҡ тубыҡ һәм терһәк япҡыстар кейҙереү артыҡ булмаҫ

 Әгәр ҙә бала ҡазаға тарыһа, мотлаҡ табипҡа алып барығыҙ. Тәү ҡарашҡа бәләкәй генә күренгән йәрәхәт тә етди имгәнеү булыуы ихтимал.

 

Тау шыуған балалар түбәндәгеләрҙе иҫендә тотһон:

 Тигеҙле-тигеҙһеҙ битләүҙәрҙән шыумаҫҡа

 Ҡаршыға башҡалар шыуып төшә торған ерҙән өҫкә күтәрелмәҫкә

 Алдараҡ шыуып төшөп киткән бала  юлды бушатмай тороп ҡуҙғалмаҫҡа

 Тау битләүенән аяҡта көйө, сүкәйеп, эскә йә арҡаға ятып шыумаҫҡа

 Шыуып төшкәс, тиҙ генә башҡаларға юлды бушатырға;

 Боҙға ҡатырылған шыуыу юлы аша йүгереп сыҡмаҫҡа

 Эргәнән үтеп барған кешеләрҙең үткәнен көтөргә

 Кеше йәки ҡаршылыҡ менән бәрелешеү ҡотолғоһоҙ булһа, ситкә ҡар өҫтөнә йығылырға йәки боҙ юлдан ситкә тәгәрәргә тырышырға

 Ҡул ныҡ өшөп, ағарып китһә йәки хәлең насарланғандай булһа,  өйгә ҡайтырға кәрәк.

 

Сығанаҡ: Обясняем.РФ

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: