Өйҙә ут сыҡҡанын күрһәң, МЧС тәҡдимдәрен үтәргә кәрәк:
- Йәһәт кенә өлкәндәргә хәбәр ит, 101-гә шылтыратып, адресығыҙҙы ата.
- Әгәр өйҙә бәләкәй туғандарың менән үҙең генә булһаң, уларҙы тиҙерәк бинанан сығар.
- Янып киткән бүлмәнән, йорттан, фатирҙан сыҡҡанда артыңдан ишекте яп.
- Әгәр бүлмә төтөн менән тулһа, ишек яғына иҙән буйлап шыуышып бар.
- Һыуға мансылған дымлы таҫтамал йә туҡыма аша тын ал.
- Һине эҙләп өндәшеүселәргә яуап бир.
- Янғын ишеккә юлды өҙһә, балконға сығып, тәҙрәне асып, ярҙам һорап ҡысҡыр.
- Бер нисек тә сығып булмаһа, яныусан нәмәләрҙән ситкәрәк, стена буйынараҡ шыуыш.
- Ванна бүлмәһенә үтә алған осраҡта уға һыу тултыр, тын алыу өсөн көпшә табырға тырыш һәм, уны ауыҙға ҡабып, һыу эсенә төшөп ят.
- Кейемең янып китһә, йүгермә, тиҙ генә сисеп һүндер. Кейемеңде ут тотош ялмап алһа, туҡымаға (одеял, түшәк япмаһы) төрөнөп, иҙәнгә ятып ян-яҡҡа тәгәрлә, шулай итһәң, өҫтөңдәге ут һүнә.