-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ғинуар , 16:45

Йылы көн боҙҙо иретә

Был араларҙа бик йылытып ебәргәс, ҡар ҙа, боҙ ҙа геүләп ирей. Иреүҙән ҡалаларҙа уйын майҙансыҡтарындағы боҙ һындар, боҙ таусыҡтар хәүеф тыуҙыра, шуға уларҙы ваҡытлыса яба башланылар.

Йылы көн боҙҙо иретә
Йылы көн боҙҙо иретә

Өфөнөң Октябрь, Орджоникидзе райондарында боҙ ҡаласыҡтарындағы байрам саралары кисектерелгән. Был хаҡта социаль селтрҙәрҙә райондарҙың хакимиәт башлыҡтары хәбәр итә.

Йылғаларҙа ла боҙ ирей.Нөгөш һыуһаҡлағысында һыуҙың боҙ өҫтөнә сыҡҡаны тураһында “Башҡортостан” милли паркының телеграм-каналында яҙалар.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында ла шул уҡ хәл. Бындай саҡта боҙҙа йөрөү ғүмер өсөн бик тә хәүефле. Һаҡ булығыҙ! Йылға-күл буйҙарындағы тауҙарҙан шыумағыҙ! Балыҡҡа ла бармай тороғоҙ.  Боҙға төшмәгеҙ!

 

Сығанаҡ: Башинформ 1, 2

Йылы көн боҙҙо иретә
Йылы көн боҙҙо иретә
Йылы көн боҙҙо иретә
Йылы көн боҙҙо иретә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: