Депутаттар фекеренсә, бындай башланғыс йәш быуынды илһөйәр һәм һәр яҡтан маһир граждан итеп тәрбиәләүгә булышыр ине. Хеҙмәт, физкультура, башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәренең әһәмиәтен күтәреү кәрәклеге менән башҡа төбәктәр парламенттары ла ризалаша.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн иларлыҡ хәл, уҡыусыларҙың күбеһе ни ҡаҙаҡ ҡаға белмәй, ни турникта күтәрелә алмай. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт дәрестәре ижади фекерләүҙе һәм стандарт булмаған сиселештәр таба белеүҙе үҫтерә, ә физкультура сәләмәт тормошҡа һәм тәртипкә өйрәтә”, – ти БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Депутаттар Рәсәй премьер-министрынан мәсьәләгә Мәғариф министрлығының иғтибарын йүнәлтеүҙе һорай.
Сығанаҡ: Башинформ.