Коньки һәйбәт итеп үткерләнгән булһын
Ботинкаһы аяҡҡа таман булһын, йылы ойоҡбаш менән һыйһын
Шнурҙарын тарттырып бәйләргә кәрәк
Йылы, еңел, иркен кейем, бирсәткә йәки бейәләй кей
12 йәшкә тиклемге балалар катокка өлкән кеше оҙатыуында ғына килә ала
Боҙҙа конькиҙа ышаныслы йөрөй алмаған балаларға һаҡлағыс экипировка кейеү яҡшы
Боҙға ҡабаланмай ғына бортҡа тотона-тотона сыҡ
Ҙур тиҙлектә йөрөмә, башҡаларға үтә яҡынлашма
Йығылһаң, тиҙерәк торорға тырыш. Үҙең тора алмаһаң, ярҙам һора.
Катокта нимә тыйыла?
Йүгереү, һикереү, этешеү-төртөшөү, сүп-сар ырғытыу
Катоктағы кеше ағымына ҡаршы шыуыу
Боҙҙо боҙоу
Боҙға хайуандарҙы алып сығыу
Шартлатҡыс һәм тиҙ тоҡаныусан матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланыу
Боҙҙа йөрөгәндә тирә-йүндәге кешеләргә иғтибарлы, һаҡ һәм әҙәпле булығыҙ.