-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар , 20:23

Һыуҙан ҡалыр, уттан ҡалмаҫ

Йыл әле генә башланды, республикала 102 янғын сығып та өлгөргән. Алты кеше һәләк булған, өсәү йәрәхәттәр алған. Һәләк булыусылар – Белорет, Балаҡатай, Ғафури, Дыуан, Ҡариҙел, Өфө райондарындағы янғын ҡорбандары.

Сәбәптәре – һәр ваҡыттағыса: ут менән һаҡһыҙлыҡ, өйҙә тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө.

Ә бына Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында янғын хәбәр иткесе бер ирҙе ҡотҡарған, тип белдерәләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Ир яңғыҙы йәшәгән. Төнөн хәбәр итеү приборының әсе һыҙғырыуынан уянып ҡотолоп ҡалған. Йорто тотошлай янып бөткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: