Яңы модель ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса индерелә. Рәсәйҙең алты вузында һынау моделе ҡулланыла ла инде.
Яңы модель буйынса, әлеге “бакалавр-магистр” системаһы урынына “нигеҙ юғары белем” һәм “махсуслашҡан юғары белем” системалары индерелә.
Элек бирелгән дипломдар ғәмәлдә ҡала.
Әле уҡып йөрөгән студенттарға үҙгәреш ҡағылмай, улар әүәлге программалар буйынса уҡыуын тамамлаясаҡ.
Аспирантура уҡыуҙың айырым баҫҡысы буласаҡ, уға махсуслашҡан юғары белемде алғандан һуң инәсәктәр.
Уҡыу ваҡыты
Нигеҙ юғары белем баҫҡысында – 5–6 йыл
Махсуслашҡан юғары белем баҫҡысында – 1–3 йыл (магистратура, ординатура, ассистентлыҡ-стажировка менән бергә).
Медиктар өсөн уҡыу мөҙҙәте үҙгәрмәй: 5–11 йыл.
Хаҡы
Нигеҙ юғары белем түләүһеҙ буласаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.