-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ғинуар , 13:08

Зубрҙар һин дә мин йәшәп ята

2023 йылдың яҙында Башҡортостанға Беларустан туғыҙ зубр килтерелгәйне. Улар Эйек заказнигына ебәрелде. Былтыр йәй беренсе зубр быҙауы тыуған.

Зубрҙар һин дә мин йәшәп ята
Зубрҙар һин дә мин йәшәп ята

Зубрҙар һин дә мин йәшәп ята. “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында (ул Эйек заказнигы эргәһендә) видеокамераға зубрҙарҙың тамаҡ ялғаған мәле эләккән. Баяғы быҙау ҙурайып бара, балаларса  һикерә-йүгерә ҡыуанып йөрөй.

Икенсе видеояҙма – республика Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналынан. Был көнгә инде быҙауҙар һаны бишкә еткән. Ә тәбиғәтебеҙ ниндәй! Башҡортостаныбыҙҙың иҫ киткес йәмле төбәге!

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: