-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 15:37

Колледждарҙа туҡланыуға иғтибар артасаҡ

Әлеге көндә колледждарҙа бөтәһе 112 ашхана эшләй. Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусылар араһында туҡланыуға ҡағылышлы анкета үткәргән. Уҡыусылар сифатты нисек баһалаған?

Колледждарҙа туҡланыуға иғтибар артасаҡ
Колледждарҙа туҡланыуға иғтибар артасаҡ

39%  –  “бик яҡшы”

35%   – “яҡшы”

20%  “ҡәнәғәтләнерлек”

6%  – “ҡәнәғәтләнерлек түгел”.

"Туҡланыуҙы ойоштороуҙа  нимәне камиллаштырыр инегеҙ" тигән һорауға яуаптар:

30%  – менюҙы

20%­  – дизайн-проектты

22%  – әҙерләнгән аҙыҡтарҙың сифатын

8%  – хеҙмәтләндереүҙе

20­­% –  яуап бирә алмаған.

Анкета йомғаҡтарын анализлап, министрлыҡ хеҙмәттәр күрһәтеү тармағына кадрҙар әҙерләүсе колледждарҙың етәкселәренән эш төркөмө төҙөгән һәм колледждарҙа туҡланыуҙы ойоштороу концепцияһын эшләргә ҡушҡан.

Эш төркөмө ашхананың йәмәғәт туҡланыуы урыны ғына түгел, педагогтарҙың һәм студенттарҙың аралашыу урыны ла булырға тейешлеген билдәләгән: “Студенттар кафеһы”на ихтыяж бар. Шуға бәйле быйыл студенттар кафеһы дизайнын һәм брендын булдырыу планлаштырылған.

Өфө тармаҡ технологиялары колледжына туҡланыуҙы ойоштороу һәм меню төҙөү технологияһын эшләргә тәҡдим ителгән. Республикала, министр Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, биш пилот колледжы һайланасаҡ һәм уларҙа проект һынау үтәсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: