-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 14:35

Колледждарҙың киләсәге ниндәй?

Кисә Өфөлә Урта һөнәри белем буйынса республика советы ултырышы булды. Бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Колледждарҙың киләсәге ниндәй?
Колледждарҙың киләсәге ниндәй?

«Президентыбыҙ 2028 йылға миллион яңы белгес һәм квалификациялы эшсе әҙерләргә ҡушты. 2030 йылға уларҙың һаны ике миллиондан ашыу булырға тейеш. Урта һөнәри әҙерлек системаһы бындай юғары профессионализмға эйә кадрҙар резервын булдырыуҙың стратегик звеноһы булып тора. Бөгөн сәнәғәттә генә түгел, медицинала, мәғарифта һәм башҡа тармаҡтарҙа ла кадрҙар етешмәй.

Хәҙер федераль кимәлдә төбәктәр менән берлектә 2036 йылға тиклем мәғарифты үҫтереү стратегияһы эшләнә, уның 2040 йылға тиклем перспективаһы ла күҙаллана. Ул һөнәри белем биреү системаһына ла ҡағыла. Бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһына шарттар булдырыу һәм заманса кадрҙар, тәү сиратта эшселәр әҙерләү сифатын яҡшыртыу өсөн етди аҡсалар һалына», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ултырышты асҡандағы сығышында.

Башлыҡтың  сығышында йәнә шулар билдәләнде:

- “Профессионалитет” федераль проекты колледждарҙың матди базаһын нығытыуҙа һәм кадрҙар мәсьәләһендә ярҙамлаша. Уның сиктәрендә республикаға 1,6 млрд федераль субсидия алынды.

- Колледждар менән предприятиеларҙың әүҙем хеҙмәттәшлеге һөҙөмәтһендә кластерҙар һаны быйыл 19-ға етәсәк. Был күрһәткес буйынса республика илдә иң алдынғы.

- Урта һөнәри белем системаһын яңыртыу маҡсатында быйыл капиталь ремонт федераль программаһы эшләй башлай. Киләһе ике йылда республикала 7 колледж ремонтланасаҡ (709 млн һумға).

- Былтыр республика бюджетынан 15 колледж ремонтланды (331 млн һумға). Өс йылда 29 колледжды ремонтлауға  республика ҡаҙнаһынан 1,3 млрд һум китте.

- Һөҙөмтәлелек рейтингы буйынса иң яҡшы биш колледж 1-әр миллион һумлыҡ грант ала.

- Бөгөн беҙҙең колледждарҙа 5 меңдән ашыу уҡытыусы һәм 500-ләп мастер эшләй. Өс йылда иң яҡшы белгестәр һәр береһе 690 мең һумлыҡ грант алды.

- Был саралар колледждар селтәрен нығытыу, кадрҙар ҡытлығын бөтөрөү буйынса ҙур эште башларға мөмкинлек бирҙе. Әммә алда торған бурыстар тағы ла ҙурыраҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: