-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 11:21

Уҡыусылар белемдә көс һынашасаҡ

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй олимпиадаһының (ВсОШ) төбәк этабы старт ала. Төбәк этабы сәнғәт буйынса олимпиаданан башлана.  Ул бөгөн 11 ғинуарында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында үтә. Был  абруйлы олимпиада йыл һайын үткәрелә һәм 24 предметты солғай.

Уҡыусылар белемдә көс һынашасаҡ
Уҡыусылар белемдә көс һынашасаҡ

2025 йылда төбәк этабы олимпиадалары республиканың вуздары һәм мәктәптәрендә үтәсәк, уларҙа 5 мең ярымдан ашыу юғары синыф уҡыусыһы ҡатнашасаҡ.

Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона предмет профиле буйынса имтиханһыҙ уҡырға инә аласаҡ. Төбәк һәм йомғаҡлау этаптары еңеүселәре һәм призерҙары Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына инергә ҡарар итһә, уларға өҫтәмә балдар биреләсәк һәм юғары стипендия түләнәсәк.

Бынан тыш, улар  Башҡортостан Башлығы стипендиаты булып китәсәк, ​​шулай уҡ Башҡортостан Башлығының 300 мең һумлыҡ премияһын алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Республика фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин уҡыусыларға йылы теләктәрен белдерә:

“Һәр ҡатнашыусыға үҙ көсөнә ышаныс, илһам һәм сағыу еңеүҙәр теләйем! Белемдәрегеҙ уңыш асҡысына әүерелһен, ә ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итһен”.

Сығанаҡ: Илдар Мәүлетбирҙиндең социаль селтәрҙәре.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: