+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2025, 07:26

Шәжәрәңде белеү – тамырҙарыңды белеү ул

Көйөргәҙе районы Яманһары ауылында “Минең шәжәрәм – минең тарихым” тигән проектҡа тотоноп киткәндәр. Был хаҡта район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов хәбәр итә. Сараны “Айыҡ ауыл” республика конкурсына бәйләгәндәр.

Шәжәрәңде белеү – тамырҙарыңды белеү улШәжәрәңде белеү – тамырҙарыңды белеү ул
Шәжәрәңде белеү – тамырҙарыңды белеү ул

Данил Акилов белдереүенсә, хәҙер яманһарыларҙың йәше-ҡарты, балалары – ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә кәм тигәндә етенсе быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөргә тотонған. Башҡаларға ла өлгө алырлығы бар!

“Һәр кеше үҙенең туғандарын, ғаиләһен, үҙенең шәжәрәһен белергә һәм иҫтә тоторға тейеш. Беҙҙең олатай- өләсәйҙәребеҙ үҙенекеләрҙе етенсе быуынға тиклем яҡшы белгән. Ҡайһы берҙәре хәтерендә генә ҡалған, башҡалары йылъяҙмалар яҙған һәм быуындан-быуынға тапшырған”, –ти Данил Акилов.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас