-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 12:16

Балалар ҡоштарҙы хәстәрләй

Приют ҡасабаһының балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр көнбағыштан, ярманан эко-тағараҡтар эшләгән. Тағараҡ тигәс тә, күнегелгәндән бик ныҡ айырыла ул. Печеньеғамы, перәниккәме  оҡшағаныраҡ.

Балалар ҡоштарҙы хәстәрләй
Балалар ҡоштарҙы хәстәрләй

Бындай ризыҡламаны яҙ көнө систереп алаһы түгел. Ул ихата күренешенә зыян килтермәй, сүп булып ҡарашты яфалап тормай.

Балалар уны ошолай эшләй: ондо, желатинды һыуға һалып болғаталар, көнбағыш, тары, һоло, арпа ярмалары өҫтәйҙәр, шунан формаларға һалып, ҡатҡанын көтәләр. Уртаһынан тишек яһап бау үткәрәләр. Артабан ризыҡты  сығарып, ағас ботағына элеп ҡуяһы ғына ҡала.

Был хаҡта Бәләбәй район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

 

Балалар ҡоштарҙы хәстәрләй
Балалар ҡоштарҙы хәстәрләй
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: