-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 10:56

Ирекмәндәр Анапаға юлланасаҡ

Башҡортостан йәштәре Ҡара диңгеҙ яр буйҙарын мазуттан таҙартыуҙа ҡатнашырға ҡарар иткән. БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, республикала ирекмәндәр штабы төҙөлә башлаған.

Ирекмәндәр Анапаға юлланасаҡ
Ирекмәндәр Анапаға юлланасаҡ

Әлеге ваҡытта Краснодар крайында тотош Рәсәйҙән йыйылған 25 меңләп ирекмән эшләй.  Улар туҡланыу, ҡуналҡа, кәрәкле кейем менән тәьмин ителгән.  Комитет етәксеһе Вито Сабиров әйтеүенсә, Башҡортостанда штабҡа 30-50 ирекмән алынасаҡ һәм тиҙҙән улар Анапаға оҙатыласаҡ.

Ҡара диңгеҙҙәге ике танкер һәләкәте арҡаһында мазут түгелеп, һыуҙар бысранғайны. Ил Президенты Владимир Путин федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл  режимы индерергә ҡушты.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: