Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ишембай нефте Еңеү өсөн көрәш ҡоралдарының береһенә әүерелә. Ишембайҙа һуғыш йылдарында 4,5 миллион тонна нефть сығаралар – илдәгенең дүрттән бер өлөшө.
Әле Ишембай үҫеш өҫтөндә. Халҡы уңған, иҡтисады үҫә, быға “Алға” махсус иҡтисади зонаһын асыу ҙур этәргес бирҙе. “Башнефть” компанияһы ла ҡаланың үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Фото: Башинформ.