-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар , 10:44

Ҡараҡтар алдау юлдарын табып тора

Ҡараҡтар һәм бурҙар балаларға ғәҙәттә компьютер уйындарында “ҡармаҡ һала”. Кешеләрҙең кеҫәһенә төшөү өсөн яңынан-яңы ысулдар табып торалар. Әле бына популяр уйын блогерҙары исеменә фейк аккаунттар асып, балаларҙы отошло тәҡдимдәр менән әүрәтеп ылыҡтыра башлағандар. Бала кеше, роликтар аша танылыпп бөткән блогер ысынлап та үҙе уға өндәшә, тип уйлай бит инде.

Ҡараҡтар алдау юлдарын табып тора
Ҡараҡтар алдау юлдарын табып тора

Блогер битлеге кейгән ҡараҡтар уйында ҡулланылған әйберҙәрҙе арзан хаҡҡа тәҡдим итә. Бала ризалашһа, ата-әсәһенең картаһының бирелмәләрен йә уларҙың маркетплейстағы шәхси кабинетының логин-паролен һорайҙар. Кәрәкле мәғлүмәт ҡулдарына төшкәс, иҫәптәге аҡсаларҙы эшкә ҡушалар: уйын платформаһының валютаһын, бүләк сертификаттарын һатып алалар. Унан һуң арзанға һатып ебәреп, аҡсаны үҙ кеҫәләренә һалалар. 

Алданған ата-әсәгә полицияға барыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Уяу булығыҙ, балалар! Һәр блогер миллиондарса яҙылыусыһы  менән үҙе башлап һөйләшеп тормайҙыр. Ә ҡараҡтарға инде һәр клиент “ҡәҙерле”.

Сығанаҡ: КП.

Фото: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: