Объект ЮНЕСКО ҡарауына 2012 йылда уҡ тәҡдим ителгәйне. Унан һуң музей төҙөү, мәмерйәне һаҡлау буйынса бик күп эштәр башҡарылды.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин белдереүенсә, Шүлгән мәмерйәһе палеолит мираҫы булараҡ Рәсәйҙән ситтә лә киң билдәле, шунлыҡтан, әлеге геосәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, мәсьәлә ыңғай хәл ителер, моғайын.
Сығанаҡ: Башинформ.