+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2025, 08:17

Һандар төрлө телдәрҙә

Полилингваль мәктәптәр төрлө телдәрҙе өйрәтеүе менән ылыҡтыра. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбендә  5-се синыф уҡыусылары испан теле дәресендә  бик ҡыҙыҡлы бер теманы үткән.

Һандар төрлө телдәрҙәҺандар төрлө телдәрҙә
Һандар төрлө телдәрҙә

“Визуаль образдар аша күп теллелекте үҫтереү сиктәрендә инглиз, испан һәм башҡорт телдәрендәге һандарҙың этимология үҙенсәлектәре”н өйрәнеүгә бағышланған ул дәрес. Унда төрлө телдәрҙәге һандарҙы сағыштырғандар, лексик элементтарҙың килеп сығышын һәм үҫешен күргәндәр.

Визуалләштереү, ролдәр уйнау дәресте күңелле иткән һәм йәнләндергән.  

Бер дәрестә бер нисә телде өйрәнеү уҡыусыларҙың күп теллелек һәм мәҙәниәт-ара компетенцияһын үҫтерә.

Сығанаҡ: 23-сө мәктәптең ВК сәхифәһенән.

Һандар төрлө телдәрҙә
Һандар төрлө телдәрҙә
Һандар төрлө телдәрҙә
Һандар төрлө телдәрҙә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас